Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2021, 15:30

Америка башҡорттары нисек йәшәй?

Башҡорт журналисы Америкала яҡташтар тураһында блог алып бара. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Ҡоролтай#Америка

Айгөл Гимранова-Лион — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы ҡыҙы. Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт мәктәп-интернатын тамамлай, Башҡорт һәм Ҡазан дәүләт университеттарында уҡый. Башҡортостан телевидениеһының «Сәләм» программаһында эшләй, Ҡазанда «Свобода» радиоһының хәбәрсеһе була. Шунда киләсәк тормош иптәше —Америка егете менән танышып Ҡушма Штаттарға күсенә. Сит илдә Айгөл туған телен онотоп ҡалмай, хатта балаларына ла өйрәтә.

«Мухаджир» исемле YouTube-каналында Айгөл Ғимранова-Лион АҠШ-та башҡорт һәм татар эмигранттарының тормошо хаҡында һөйләй. Тапшырыу геройҙары туған телендә һөйләшә, сит илдә туған телде нисек һаҡлап ҡалыуҙарын һөйләй.

Артабан Айгөл Америкала башҡорт һәм татар эмигранттары тураһында документаль фильм төшөрөргә ниәтләй.
Айгөлдөң хемәте менән ошо һылтанма аша таныша алаһығыҙ: https://www.youtube.com/channel/UCPvUrOah0j-bJuHzGou39Gg
(Мәғлүмәт Ҡоролтайҙың социаль селтәренән тупланды)
Читайте нас: