Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы хәбәр итә. Алексеевка ауылында кисен ике ҡатлы йортта ут сыға. Өйҙә өс бер туған – 14, 9 һәм 4 йәшлек малайҙар була. Үҫмер яҡындарын тиҙ арала тышҡа сығара һәм бәлә хаҡында күршеләренә хәбәр итә. Утты ярты сәғәттә һүндерәләр, бер кем дә зыян күрмәй.