"XXI быуат яҙыусыһы" форумы үтте. Уның әһәмиәте хаҡында бик күпте һөйләргә, яҙырға мөмкин булыр ине. Һөйләрҙәр ҙә, яҙырҙар ҙа. Форум үткәс, 1983 йылда кинотеатрҙарҙы шаулатҡан "Пацаны" (Юрий Клепиков сценарийы, режиссеры — Динара Асанова, төп ролде Валерий Приемыхов башҡара) фильмы, ундағы мәңге онотолмаҫлыҡ бер эпизод иҫемә төштө.
Йылғаға һыу инергә килгән еткән ҡыҙ (күрәһең, купальнигы булмағандыр инде) үҙенә эйәреп килгән үҫмер малайҙы йылғаға арты менән боролоп ултырырға ҡушып, ҡулына "Виктория" еләктәре тултырылған һауыт тоттора ла, үҙе инәнән тыума һыу инә. Еләктәр телде йоторлоҡ тәмле булғас, тамшана-тамшана уны ашаған үҫмер артына әйләнеп ҡарау түгел, бөтөнләй ҡыҙҙың барлығын да онотҡандай үҙен тота...
Һуңғы йылдарҙа беҙ интернетмания, манҡортлоҡ, балаларыбыҙҙың туған телебеҙҙә аралашмауы һ.б. шундай күңелһеҙ хәлдәр хаҡында күп һөйләйбеҙ. Ә бит республикабыҙ башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, үҫеп килгән быуынды, милләтте тәрбиәләүҙә әҙиптәр төпкә егелергә бурыслы. Яҡшы әҙәби әҫәр, уҡымлы китап, әҙәби журнал, гәзит теге фильмдағыса, ҡыҙ үҫмерҙең ҡулына тотторған телде йоторлоҡ, ярамаған яҡҡа башын бормаҫлыҡ еләк кеүек булыуы шарт. "Виктория" йәғни "Еңеү", үҙ-үҙеңде еңеү еләктәре кеүек!
Әхмәр Ғүмәр Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
452-се күҙәтеү.