Яңылыҡтар
31 Мая 2021, 10:46

Бөгөн Рәмил Ҡолдәүләт тыуыуына 63 йыл

СаңдауҠасан ғына бынау тау итәгеОҡшаш ине матур балаҫҡа?Сәскәләрҙән сәскәләргә ҡунып,Ҡанаттарын һуғып ҡанатҡа,Күбәләктәр бында бейенеләр,Сиңерткәләр һуҙҙы үҙ йырын,Йомарт йәйҙең йылы ҡосағындаШаулап, ҡайнап торҙо был урын.

Добавить в предпочтительные источники Google
Саңдау
Ҡасан ғына бынау тау итәге
Оҡшаш ине матур балаҫҡа?
Сәскәләрҙән сәскәләргә ҡунып,
Ҡанаттарын һуғып ҡанатҡа,
Күбәләктәр бында бейенеләр,
Сиңерткәләр һуҙҙы үҙ йырын,
Йомарт йәйҙең йылы ҡосағында
Шаулап, ҡайнап торҙо был урын.
…Хәҙер килеп (ни күрәм мин?!), гүйә,
Шул балаҫҡа тамған ҡара тап.
Ҡап-ҡаҡ булып ҡалған тау битенең
Туҙандарын елдәр тарата...
Өй(ө)рөлөп бейей саң ҡойоно,
Әйтерһең дә, бара ен туйы.
…Шау биҙәкле тау балаҫын тапап,
Көтөү ятҡан бында йәй буйы.
…Хәлдәремде белгең килһә, иркәм,
Бер боролоп ҡара ҡаҡ тауға.
Шау тойғоло күңелемде тапап,
Әйләндереп киттең саңдауға.
Читайте нас