Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май 2021, 04:10

БЕР ЙОТОМ ҺЫУ, БЕР УС ҺЫУ ЕТӘ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының кесе залында яҙыусы, драматург, “Ағиҙел” журналының мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың “Соҡор” хикәйәһе буйынса моноспектакль (ҡуйыусы режиссеры ла, актеры ла – Радмир Дәүләтбәков) бер тында үтеп китте. Беренсе көн... икенсе төн... өсөнсө көн һәм төн... Төп геройҙың соҡорҙағы һәр көнө кеше күңелендәге тәрән төпкөлдәрҙе аҡтарып сығарҙы. Мәңгелек ҡиммәттәрҙең хаҡын, ҡәҙерен белер һәм аңлар өсөн мотлаҡ ғазап, һынау кәрәкме икән ни? Тамашасы бик ябай булмаған ваҡиғаларҙа үҙенең дә халәтен, бөгөнгө тормошон күрҙе... Зөбәйер менән бергә ҡайғырҙы, уның уйҙарын уртаҡлашты, бергә көлдө, бергә иланы.Кешегә күп кәрәкме ни? Спектаклдең аҙағында Зөбәйер шулай ти: “Бына ғазап, күҙ йәштәре мәңгелек, шуларҙы йотоп ебәрер өсөн бер йотом һыу, шуларҙы йыуып төшөрөр өсөн бер ус һыу етә”. Тамашаның аҙағында спектакль буйынса фекер алышыу ойошторолдо (Был хаҡта сайтҡа һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ)

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының кесе залында яҙыусы, драматург, “Ағиҙел” журналының мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың “Соҡор” хикәйәһе буйынса моноспектакль (ҡуйыусы режиссеры ла, актеры ла – Радмир Дәүләтбәков) бер тында үтеп китте.
Беренсе көн... икенсе төн... өсөнсө көн һәм төн... Төп геройҙың соҡорҙағы һәр көнө кеше күңелендәге тәрән төпкөлдәрҙе аҡтарып сығарҙы. Мәңгелек ҡиммәттәрҙең хаҡын, ҡәҙерен белер һәм аңлар өсөн мотлаҡ ғазап, һынау кәрәкме икән ни? Тамашасы бик ябай булмаған ваҡиғаларҙа үҙенең дә халәтен, бөгөнгө тормошон күрҙе... Зөбәйер менән бергә ҡайғырҙы, уның уйҙарын уртаҡлашты, бергә көлдө, бергә иланы.
Кешегә күп кәрәкме ни? Спектаклдең аҙағында Зөбәйер шулай ти: “Бына ғазап, күҙ йәштәре мәңгелек, шуларҙы йотоп ебәрер өсөн бер йотом һыу, шуларҙы йыуып төшөрөр өсөн бер ус һыу етә”.
Тамашаның аҙағында спектакль буйынса фекер алышыу ойошторолдо.
“Соҡор” моноспектакле буйынса әңгәмәне яҙыусы, шағир, билдәле Азамат Юлдашбаев алып барҙы. Билдәле педагогтар, театр белгестәре Ф.Ҡ.Ҡасимова, З.Х.Хөсәйенова актерҙың сәхнәлә уйнауына ҙур баһа биреп, ғорурланыуҙарын йәшермәне. Ейәнсура районы хакимәте башлығы Д.Юланов Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына ҙур рәхмәтен белдереп, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Режиссер Р.Хәкимов, актер А.Әмиров һ.б. үҙҙәренең уй-теләктәрен еткерҙе.
Ғөмүмән, фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар барыһы ла автор Мөнир Ҡунафинға, режиссер-уйнаусы Радмир Дәүләтбәковҡа сикһеҙ рәхмәттәрен белдерҙе, уңыштар теләне.
Луиза Кирәева
Читайте нас: