26 майҙа Шишмә ҡасабаһындағы янғында һигеҙ айлыҡ ҡыҙыҡайҙың ғүмере өҙөлгән. Ваҡиға урынына Шишмә районы башлығы Ришат Мансуров юлланған. Ул сабыйҙың үлеме тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе хәбәр итте.
«Янғын ваҡытында баланың әсәһе өс йәшлек ҡыҙы менән ихатала булған. Кинйә ҡыҙы өйҙә коляскала ҡалған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ут күтәрмәлә сым үткәргестән сыҡҡан һәм һанаулы секундтар эсендә йортто ялмап алған", — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Шишмә районы башлығы Ришат Мансуров. – Ҡатын балаһын ут эсенән алып сығырға тырышҡан, ҡоромға буялып бөткән. Ләкин өлгөрмәгән. Ут тиҙ таралған».
Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында ғаилә башлығы эштә булған. Полицейскийҙар ғаиләнең имен түгеллеген билдәләгән, ата-әсә мутлыҡ эштәрендә шикләнелә.
Компетентлы органдарҙың тикшереүе тәғәйенләнгән.