Өфөлә быйыл 10 пляж эшләй. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала ҡомлоҡтарҙа зарарлы бөжәктәрҙән эшкәртеү ойошторола, шулай уҡ санитар таҙартыу үткәрелә. Пляждар 1 июндән рәсми эшләй башлай. Бында ҡотҡарыусылар хеҙмәт итә. Башҡортостанда быйыл 128 ҡомлоҡ асылырға тейеш ине. Тикшереүҙән һуң 90 пляжға ғына эшләргә рөхсәт бирелде.