Ағиҙел
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2021, 12:54

Өфөлә «Тамыр селтәре» мәктәп телестудияларының иң яҡшы командалары бүләкләнде

Ошо көндәрҙә баш ҡалала «Тамыр селтәре» мәктәп телестудиялары селтәренең иң яҡшы командаларын бүләкләү тантанаһы булды. Өфөгә Ағиҙел, Бәләбәй, Дәүләкән, Дүртөйлө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, шулай уҡ Ғафури, Салауат райондарынан, Өфөнөң Дим районынан 80-гә яҡын бала килде. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Тамыр#ТамырСелтәре

Ошо көндәрҙә баш ҡалала «Тамыр селтәре» мәктәп телестудиялары селтәренең иң яҡшы командаларын бүләкләү тантанаһы булды. Өфөгә Ағиҙел, Бәләбәй, Дәүләкән, Дүртөйлө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, шулай уҡ Ғафури, Салауат райондарынан, Өфөнөң Дим районынан 80-гә яҡын бала килде.
Көндөң тәүге яртыһында улар үҙ эшенең оҫталары менән осрашты. «Тамыр» телеканалының баш режиссёры Әҙилә Һөнәрғолова «Мин һөйләйем!» исеме аҫтында тренинг үткәрҙе. Монтаж режиссёры Дамир Сәлимов видеоны монтажлау серҙәре менән бүлеште. Режиссёр Ләйсән Мәзитова «Мин ижад итәм!» тренингы барышында ижадта үҙеңде табыу юлдарын аныҡ миҫалдарҙа күрһәтте.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Телеүҙәктең төп студияһында ойошторолдо. Балалар һәм студия етәкселәре юҡҡа ғына тулҡынланманы. Уларҙы ҡотларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Ҡурай» телеканалдары, «Юлдаш» радиоһы етәкселәре һәм билдәле алып барыусылар килде.
«Ябай ғына итеп үткәрергә йыйынғайныҡ, сағыу, күләмле һәм лайыҡлы килеп сыҡты: ҡыҙыл келәм, махсус тәрилкә, бүләктәр, танылыу яулаған ҡунаҡтар, йондоҙ, — ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Шулай булырға тейеш ине. Еңеүсе балаларҙы тәбрикләнек бит. Балалар шул тиклем ҡыуанды. Беҙ, өлкәндәр, уларға шатлыҡ өләшеүебеҙ, үҙ көсөнә ышаныстарын арттырыуыбыҙ, ижадҡа ҡанат ҡуйыуыбыҙ өсөн шатландыҡ».
«Иң яҡшы социаль ролик», «Иң яҡшы сюжет», «Иң яҡшы скетч», «Иң яҡшы оператор», «Иң яҡшы хәбәрсе», «Иң яҡшы монтажер» номинацияларында еңеүселәр бүләкләнде.
Өсөнсө урын – Дүртөйлө ҡалаһы Назар Нәжми исемендәге Башҡорт гимназияһының «Өмөт-ТВ» студияһында.
Икенсе урынды Бәләбәй ҡалаһы Башҡорт гимназия-интернатының «Бал ҡорто» һәм Ишембай ҡалаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының «ЙәйғорТВ» студиялары бүлеште.
Беренсе урынды Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының «Нөктә ТV» телестудияһы яуланы.
«Тамыр селтәре» еңеүселәрен бүләкләү тантанаһын 1 июндә сәғәт 5-се 30 минутта Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡарарға мөмкин.
Читайте нас в