Өфөлә «Башҡортостан гүзәле-2021» матурлыҡ һәм традициялар конкурсының гала-финалы үтте. 2017 йылдан уҙғарылған конкурстың үҙенсәлекле традициялары бар. Унда төрлө йәштәге (5-12, 13-18 һәм 19-35 йәшлек) һылыуҡайҙар ҡатнаша. Социаль статусы мөһим түгел. Әйтәйек, өлкән төркөмдә кейәүҙәге, хатта күп балалы ҡатын-ҡыҙҙар булды.
Конкурстың төп составында төп тажды һәм 100 мең һумды Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан Гөлнара Юлбарыҫова алды. Гөлнараға 20 йәш, ул Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө курсында технологҡа уҡып йөрөй. Ҡыҙ аҡсаның бер өлөшөн – ата-әсәһенә бирергә, ә ҡалғанын үҙен үҫтереүгә һалырға йыйына.
- Әле һаман еңеүемә ышанып бөтә алмайым! Ныҡ борсолдом, тулҡынландым, ләкин минең тулҡынланыуҙарым бүләкләнде. Ошо конкурстан һуң үҙемә ышанысым артты, — тип һөйләне Гөлнара Юлбарыҫова.
Урта төркөмдә Гран-приҙы Өфө ҡыҙы Азалия Хөсәйенова яуланы. Азалияға 14 йәш, 48-се башҡорт лицейының етенсе класында уҡый, «Тамыр» телестудияһының «Тау-Тау-хәбәр» программаһы алып барыусыһы һәм хәбәрсеһе, билдәле журналист һәм йырсы булырға хыяллана.
- «Башҡортостан гүзәле» — мөхәббәт, ғаилә, милли ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар конкурсы. Бында ҡыҙҙарҙың буй-һыны түгел, ә уларҙың эске күңел донъяһы, киләсәк быуынға өлгө булырға, мәңгелек ҡиммәттәрҙе күрһәтергә һәләтлелеге тәүге урында тора. Жюри бик оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң еңеүсене һайланы. Ә ҡайһы бер һомғол буйлы ҡыҙҙарға беҙ «Һылыуҡай» конкурсында ҡатнашырға тәҡдим иттек, — тине жюри рәйесе – Дәүләт Йыйылышы депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.
Жюри составында Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллин, меценат, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы эксперты Айнур Сәғитов, БДМУ профессоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева эшләне. Сараны ойоштороусылар –«Һомай» театр-дефилеһы» үҫеш студияһы һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы. Конкурстың генераль партнеры – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Проект авторы – Айгөл Үтәгәнова.