«Ятып ҡалғансы, атып ҡал» тиҙәр. Пермь өлкәһенән Нурсолтан Зарипов та тәүгеләрҙән булып «Ете егет» проектында ҡатнашыуға ғариза ҡалдырған. Анкетаһында йыландан ҡурҡыуы тураһында серен дә сисеп һалған. Тапшырыуҙың яңы миҙгеленә эләгергә теләүселәр көндән-көн арта. Кастинг талаптарына ярашлы, 20-28 йәшлек егеттәрҙән ғариза ҡабул ителә, шулай уҡ башҡорт телен белеү мотлаҡ.