Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2021, 19:05

Соҡор

Әҙәбиәтебеҙгә яңы һулыш өргән, тәрән мәғәнәле, фәлсәфәүи фекерҙәр лыҡа тулы әҫәрҙәре менән уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың “Соҡор” тигән әҫәрен яйлап ҡына яңынан уҡып сыҡтым. Тәмләп уҡыным! Һәр һөйләмен, һәр һүҙен күҙ һәм аҡыл уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыштым. Ни өсөн тигәндә, иртәгә йәғни 26 майҙа, сәғәт киске 7-лә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында ошо әҫәр буйынса спектакль буласаҡ. Уны талантлы режессер Радмир Дәүләтбәков сәхнәләштерә, ролде лә үҙе башҡара.Дуҫтар, тамашаға рәхим итегеҙ! Ер өҫтөнөң ҡәҙерен белер өсөн “Соҡорға” төшөп алыу ҙа кәрәк. Хәйер, “Соҡор”ҙан бер кем дә азат түгел.Салауат ӘБҮЗӘР.

Әҙәбиәтебеҙгә яңы һулыш өргән, тәрән мәғәнәле, фәлсәфәүи фекерҙәр лыҡа тулы әҫәрҙәре менән уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың “Соҡор” тигән әҫәрен яйлап ҡына яңынан уҡып сыҡтым. Тәмләп уҡыным! Һәр һөйләмен, һәр һүҙен күҙ һәм аҡыл уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыштым. Ни өсөн тигәндә, иртәгә йәғни 26 майҙа, сәғәт киске 7-лә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында ошо әҫәр буйынса спектакль буласаҡ. Уны талантлы режессер Радмир Дәүләтбәков сәхнәләштерә, ролде лә үҙе башҡара.
Дуҫтар, тамашаға рәхим итегеҙ! Ер өҫтөнөң ҡәҙерен белер өсөн “Соҡорға” төшөп алыу ҙа кәрәк. Хәйер, “Соҡор”ҙан бер кем дә азат түгел.
Салауат ӘБҮЗӘР.
Читайте нас: