Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2021, 08:27

Сираттағы грант отоусылар

Кисә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт әҙәби теленең 100 йыллығына арналған фәнни-методик семинар үтте. Уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эргәһендәге Терминология комиссияһы рәйесе, филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманова, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова, уҡытыусылар, магистранттар, студенттар ҡатнашты. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#БГПУ#ФБФБГПУ#Ҡоролтай#БашФонд

Кисә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт әҙәби теленең 100 йыллығына арналған фәнни-методик семинар үтте. Уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эргәһендәге Терминология комиссияһы рәйесе, филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманова, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова, уҡытыусылар, магистранттар, студенттар ҡатнашты.

Башҡорт дәүләт университеты ректоры Салауат Сәғитов сараны асып башҡорт әҙәби теленең оло юбилейының мәртәбәле ваҡиға булыуын билдәләне, әммә башҡорт теленең әҙәби телдән генә тормауын, уның бик күп диалекттары булыуын, һәм ошо диалекттарҙа һөйләшкәндәрҙең барыһы ла башҡорт булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Семинар барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә башҡорт телен, мәҙәниәтен популярлаштырыусы проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурс еңеүселәрен тәбрикләнеләр.
Шулай итеп, апрель айы өсөн грант отоусылар:
Халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы ҡурай хаҡында «САПТАР» видеомонологтары проекты авторы Юлай Ҡасимов;
БСТ каналында көн дә эфирға сығыусы «Бәхетнамә» проекты, уның авторы Гөлназ Яҡупова;
Instagram һәм Tik-Tokта «БашКовер» сәхифәһе авторы Гөлназ Хәфизова;
Бәйләнештә селтәрендә «Хикәйәләр» төркөмө авторы Дилбәр Шәрипова;
Бәйләнештә селтәрендә «Илһамиәт» проекты авторы Айгөл Арыҫланбәкова.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: