“Ҡояшлы” пляжында әле душ һәм сисенеп-кейенеү кабиналары, япмалар, биобәҙрәфтәр, сүп-сар контейнерҙары урынлаштырыла, ҡотҡарыу хеҙмәте өсөн махсус урын билдәләнә. Балалар именлеге өсөн йылғала кәртәләр ҡуйыла. Бынан тыш урында бөжәктәр һәм кимереүселәрҙән, инфекция һәм паразит сирҙәренән эшкәртеү буйынса комплекслы саралар күрелә. Һыуҙың сифаты тикшерелә, йылғаның төбө таҙартыла. Өфө мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала бөр ҡомлоҡ та рәсми асылмаған.