22 майҙа Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының беренсе этабы уҙҙы. Республиканың баш ҡалаһында йәнә иң шәп һыбайлыны һәм атты һайлайҙар. Ҡала хакимиәте сайтында хәбәр итеүҙәренсә, был юлы еңеү өсөн Әбйәлил, Күгәрсен, Бишбүләк һәм Саҡмағош райондары көрәште.
Бәйге йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Күгәрсен районынан Азамат Йәрмөхәмәтов алды.
«Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турниры 2019 йылдан уҙғарыла. Төп маҡсат – йылҡысылыҡты үҫтереү, республика халҡын ат спортына ылыҡтырыу, тамашасыларҙың иғтибарын ат сабыштарына йәлеп итеү.