Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2021, 11:18

Радий Хәбиров: Коронавирусты туҡтатыуҙың берҙән-бер ысулы – вакцинация

Коронавирусты туҡтатыуҙың берҙән-бер ысулы – вакцинация ғына. Дүшәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.Республика хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, Башҡортостанға коронавирус инфекцияһынан 386 374 доза вакцина килтерелгән. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#РадийХәбиров#Вакцинация

Коронавирусты туҡтатыуҙың берҙән-бер ысулы – вакцинация ғына. Дүшәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.
Республика хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, Башҡортостанға коронавирус инфекцияһынан 386 374 доза вакцина килтерелгән. Республикала өс вакцинаны файҙаланыу тәжрибәһе бар. Июнгә 200 меңдән ашыу вакцина планлаштырылған, тине Забелин.
«Беҙ бөгөн муниципалитет башлыҡтары менән муниципалитеттарҙа вакцинация барышын ҡарарға һөйләшкәйнек. Александр Геннадьевичтың (Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе – ред.) әсәһе үлгән, шуға бөгөн һөйләшеүҙе күсерәбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: Башинформ
Читайте нас: