Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2021, 16:32

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Ҡырым Республикаһында гастролдәрен тамамланы

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тарихында тәүге тапҡыр артистар Ҡырым Республикаһы буйлап ҙур сәфәргә сыҡты һәм бер аҙнала биш концерт ҡуйҙы. Әле ғәскәровсылар юлда, өйҙәренә ҡайтып килә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ФәйзиҒәскәров#Ҡырым

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тарихында тәүге тапҡыр артистар Ҡырым Республикаһы буйлап ҙур сәфәргә сыҡты һәм бер аҙнала биш концерт ҡуйҙы. Әле ғәскәровсылар юлда, өйҙәренә ҡайтып килә.
Концертта Башҡортостан ансамбле Рәсәй һәм донъя халыҡтары бейеүҙәре менән сығыш яһаны, ҡырымдарҙы башҡорт халҡының мәҙәниәте менән таныштырҙы. Ғәскәровсылар Ялтала, Симферополдә, Евпаторияла, Белогорск районы Ароматное ҡасабаһында һәм Белогорскиҙа сығыш яһаны. Ансамбль артистары тамашасыларға дәррәү алҡыштары, тулы залдар, йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерә һәм йәнә гастролдәр менән килергә вәғәҙәләй.
«Беҙ Ҡырым менән хушлашмайбыҙ, ә «тиҙҙән осрашҡанға» тибеҙ. Сәфәр ваҡытында 2022 йылға Ҡырымға гастролгә килергә һөйләштек», — тип хәбәр итте ансамбль директоры Алмаз Сәйетов.
Был — ансамблдең быйылғы миҙгелдә һуңғы гастролдәре, 9 июндә коллективтың Концерт залында 82-се миҙгелде йомғаҡлау концерты була.
Гастролдәр Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы «Беҙ – Рәсәй» федераль программаһы сиктәрендә уҙҙы.
Читайте нас: