Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2021, 12:30

Өфөлә – сираттағы температура рекорды, Салауатта термометр бағанаһы +35° етте

Өфөлә уҙған йәкшәмбелә сираттағы температура рекорды теркәлгән – бер айҙа бишенсе тапҡыр. Ә Салауат ҡалаһында температура +35 градусҡаса күтәрелгән, тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ҺауаТорошо#Температура

Өфөлә уҙған йәкшәмбелә сираттағы температура рекорды теркәлгән – бер айҙа бишенсе тапҡыр. Ә Салауат ҡалаһында температура +35 градусҡаса күтәрелгән, тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк.
23 майҙа көндөҙ республиканың баш ҡалаһында һауа температураһының абсолют максимумы теркәлгән. Өфө-Дим станцияһында термометр бағанаһы +32 градусҡа еткән, ә 1967 йылда был көндә +31,5 градус күрһәткән.
Республикала атмосфера фронты зонаһында һауа температураһы төрлөсә булған: төньяҡ-көнбайышта +22-нән көньяҡта +35,4 градусҡа тиклем (Салауат метеостанцияһында).
Читайте нас: