Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2021, 13:07

Башҡортостандың мәҙәни брендына – 20 йыл

Октябрьский ҡалаһында ЮНЕСКО-ның халыҡ башҡарыу традицияларын үҫтереү программаһы сиктәрендә «Ҡурай» фестивале ойошторолдо. Виртуоз ҡурайсы Ғата Сөләймәнов исемен йөрөткән конкурста ике тиҫтә йыл дауамында өс меңдән ашыу ҡурайсы башҡарыу оҫталығы буйынса көс һынашҡан. Республика «Ҡурай» фестивалендә Баймаҡ районы данын Темәстәр яҡлай. Ансамблдә 19 ҡурайсы. Октябрьский ҡалаһына темәстәр конкурста призлы урын яулау һәм үҙҙәренең һәләтен күрһәтеү маҡсатында килгән. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Ҡурай#Курай

Октябрьский ҡалаһында ЮНЕСКО-ның халыҡ башҡарыу традицияларын үҫтереү программаһы сиктәрендә «Ҡурай» фестивале ойошторолдо. Виртуоз ҡурайсы Ғата Сөләймәнов исемен йөрөткән конкурста ике тиҫтә йыл дауамында өс меңдән ашыу ҡурайсы башҡарыу оҫталығы буйынса көс һынашҡан. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһы.
Республика «Ҡурай» фестивалендә Баймаҡ районы данын Темәстәр яҡлай. Ансамблдә 19 ҡурайсы. Октябрьский ҡалаһына темәстәр конкурста призлы урын яулау һәм үҙҙәренең һәләтен күрһәтеү маҡсатында килгән.
Ҡурай байрамы Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында ла популярлыҡ яулай. Салауат Яҫыбаев ата-әсәһе менән бергә Ханты-Манси автономиялы округының Түбәнге Сортым ҡасабаһынан килгән.
Конкурс хужалары Октябрьский ҡалаһы ҡурайсылар ансамбле ағзалары сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тотоп, уңышлы сығыш яһаны. Улар араһында иң бәләкәй конкурсант ете йәшлек Нелли Антанайтис. Ҡурай музыка ҡоралын моңло булғаны өсөн һайлаған.
Конкурсанттар оҙон һәм ҡыҫҡа көй башҡарырға тейеш. Ярыш ике турҙа өс йәш категорияһы 12 йәшкә тиклем,12-16 йәшлектәр һәм 16 йәштән өлкәндәр араһында үтте.Ғата Сөләймәнов исемендәге республика «Ҡурай» фестиваленең ижади кимәлен оҫта һөнәрмәндәрҙән торған профессиональ жюри баһаланы.
Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурай конкурсының географияһы йылдан-йыл киңәйә. Быйыл фестивалдә Башҡортостандың 25 ҡала-райондарынан һәм Рәсәй төбәктәренән 24 ансамбль һәм 91 солист ҡатнашты. Гран-при яулаусыға 100 меңлек аҡсалата сетртификат тапшырыласаҡ .
Читайте нас: