Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2021, 12:49

Татарстанда Башҡорт киноһы көндәре уҙғарыла

25 һәм 26 майҙа Татарстан Республикаһында Башҡорт киноһы көндәре уҙғарыла. Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, рус телендә өс фильм күрһәтелә: #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#БашҡортКиноһы#Татарстан

25 һәм 26 майҙа Татарстан Республикаһында Башҡорт киноһы көндәре уҙғарыла. Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, рус телендә өс фильм күрһәтелә:
— «Ҡырағай» ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы (режиссеры – Фәрзәнә Утарбаева);
— «Гильза» ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы (режиссеры – Динара Әбдрәшитова);
— «Алтын һарай» йәнһүрәте (сценарий авторы һәм режиссеры – Риф Шәрәфетдинов).
25 майҙа – Камские Поляны ҡасабаһында «Чулман-Су» кинотеатрында, 26 майҙа Ҡазанда «Мир» күрһәтелә.
Инеү ирекле.
Читайте нас: