Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2021, 13:30

Республикала водолаздар биш көндән һуң һыуға батҡан ирҙең кәүҙәһен тапҡан

Дүртөйлөлә һыуҙа бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 16 май кисендә 34 йәшлек ир Ағиҙел йылғаһына батҡан. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар

Дүртөйлөлә һыуҙа бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 16 май кисендә 34 йәшлек ир Ағиҙел йылғаһына батҡан.
Хәлдең шаһиттары һөйләүенсә, ул һыу инергә булған.
Биш көндән һуң, 20 майҙа, уның кәүҙәһен Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте водолаздары һыуҙан сығарған.
«Һыуҙа һәләк булыуға юл ҡуймау өсөн дәүләт комитеты һыу инеү миҙгеленең асылмауын иҫкәртә, барлыҡ йылға-күлдәр хәүефле, — тип билдәләнеләр ведомствола. — Ләкин аномаль эҫе һауа торошонан һәм спиртлы эсемлектәрҙән ҡыҙып алған кешеләр рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инә башлай. Шул сәбәпле күңелһеҙ статистика иҫәбе майҙа уҡ асылды».
Читайте нас: