Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2021, 10:30

Пермдә «Мосолмандар донъяһы» X төбәк-ара мосолман мәҙәниәте форумы бара.

«Мосолман донъяһы» — милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе яйлауға, ислам динен тотҡан халыҡтарҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән йыл һайын уҙғарыла торған сара. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Ҡоролтай #Пермь

«Мосолман донъяһы» — милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе яйлауға, ислам динен тотҡан халыҡтарҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән йыл һайын уҙғарыла торған сара.

Форумға Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге фольклор майҙансығы ойошторған һәм Башҡорт тарихы йылына арналған экспозиция әҙерләгән.

Ҡунаҡтарҙы Пермь ерендә тыуып үҫкән тарихи башҡорт шәхестәре, шул иҫәптән Уложенная комиссия депутаты Туктамыш Ишбулатовтың тормош юлы һәм ҡаҙаныштары менән таныштырҙылар. Ҡаланың 300 йыллығына билдәле мәғдәнсе Исмәғил Тасимовҡа бюст ҡуйыу кәрәклеге тураһында ла әйтелде.
Читайте нас: