Хәсән күлендәге алыштан һуң Ғәни Ғәлимов Мәскәүҙә Фрунзе исемендәге хәрби академияла уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, майор Ғәлимов академиянан тура фронтҡа юллана. Уҡсылар бригадаһы штабының оператив бүлеген етәкләй. 1942 йылдың 22 июлендә Ҡыҙыл Байраҡ, 1943 йылдың 31 мартында – Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә.