«Хөрмәтле граждандар! Һыу инеү миҙгелен асмауығыҙҙы үтенеп һорайбыҙ. Беренсенән, пляждар 1 июндә генә асыла. Икенсенән, һыу бик һалҡын, һалҡын тейҙереү хәүефе юғары, — тип мөрәжәғәт иттеләр халыҡҡа Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында. — Әгәр һыу буйына барһағыҙ, таныш булмаған һәм тыйылған урындарҙа, эскән килеш, яңғыҙ һыу инмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа йөҙөп китмәгеҙ, иң мөһиме, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ».