Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2021, 09:55

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында республиканың янғын хәүефе янған райондары билдәләнде

Башҡортостандың урман фондында 20 майҙа 23 муниципаль берәмектә бишенсе класлы янғын хәүефе фаразлана. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, улар – Әбйәлил, Әлшәй, Баймаҡ, Баҡалы, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Бөрйән, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Илеш, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Фёдоровка, Хәйбулла, Саҡмағош райондары. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Янғын#Хәүеф

Башҡортостандың урман фондында 20 майҙа 23 муниципаль берәмектә бишенсе класлы янғын хәүефе фаразлана. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, улар – Әбйәлил, Әлшәй, Баймаҡ, Баҡалы, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Бөрйән, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Илеш, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Фёдоровка, Хәйбулла, Саҡмағош райондары.
«Юғары янғын хәүефе булғанда урмандың ҡоролоғо, елдең көсө, ут сығыуға һәм уның тиҙ таралыуына булышлыҡ иткән башҡа шарттар күҙәтелә. Тимәк, тәмәке төпсөгөн һүдермәйенсә ташлау йәки шырпы һыҙыу ҙа янғынға һәм ҙур зыян килтереүе ихтимал», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Хәүеф барлыҡҡа килгән осраҡта, ваҡытты һуҙмайынса, шунда уҡ «112» экстрен хеҙмәттәрҙе саҡырыу номерына шылтыратырға кәңәш итәләр.
Читайте нас в