Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2021, 09:10

Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте юридик статусҡа эйә була

«Бер-беребеҙҙән тәжрибә алыу, фекер уртаҡлашыу өсөн ырыуҙар йыйынының әһәмиәте ҙур. Быйыл ундан ашыу ырыуҙың осрашыуы үтте, һәр ырыуҙың йәмәғәт активы һайланды, башлыҡтар тәғәйенләнде һәм гимн, герб кеүек символик билдәләр ҡабул ителде. Беҙҙеңсә, ырыуҙар хәрәкәтенең киләсәге — юридик рәүештә коммерцияға ҡарамаған ойошма итеп теркәлеүҙә. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа грант йәлеп итергә мөмкин», — тине Эльвира Айытҡолова Иглин районында үткән Ҡобау ырыуы йыйынындағы сығышында. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Ҡоролтай#БашҡортЫрыуҙары

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова фекеренсә, башҡорт ырыуҙары йыйындары Башҡорт тарихы йылының иң әһәмиәтле сараһына әйләнде.
«Бер-беребеҙҙән тәжрибә алыу, фекер уртаҡлашыу өсөн ырыуҙар йыйынының әһәмиәте ҙур. Быйыл ундан ашыу ырыуҙың осрашыуы үтте, һәр ырыуҙың йәмәғәт активы һайланды, башлыҡтар тәғәйенләнде һәм гимн, герб кеүек символик билдәләр ҡабул ителде. Беҙҙеңсә, ырыуҙар хәрәкәтенең киләсәге — юридик рәүештә коммерцияға ҡарамаған ойошма итеп теркәлеүҙә. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа грант йәлеп итергә мөмкин», — тине Эльвира Айытҡолова Иглин районында үткән Ҡобау ырыуы йыйынындағы сығышында.
Йәмәғәтселек хәрәкәтен юғары баһалап, Эльвира Айытҡолова туған телде һәм тарихты һаҡлауҙа һәр кемдең шәхси яуаплылығы хаҡында иҫкә төшөрҙө.
«Халыҡтарҙың телен һәм мәҙәниәтен яҡлау мәсьәләләре – ил президенты контролендә. Республика Башлығы Радий Хәбиров телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Шулай ҙа телде һаҡлау өсөн ошо залда ултырыусыларҙың һәр береһе яуаплы.
Әгәр беҙ туған телде өйрәнеү тураһында ғариза яҙмаһаҡ, туған тел көндәлек аралашыу өсөн генә кәрәк тип иҫәпләрбеҙ, сөнки туған телдәргә мәктәп программаһынан юғалыу ҡурҡынысы янауы ихтимал», — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының вице-спикеры.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған Ырыуҙар ҡорҙарында балалар һәм үҫмерҙәр әүҙем ҡатнаша. «Тамыр» балалар телеканалы һәм «Аҡбуҙат» республика балалар журналы әҙерләгән мәғариф программалары урындағы йәш быуын башҡорттарын йәлеп итә.
«Башҡорт ырыуҙары йыйындары дауам итер, беҙ бөтә ырыуҙарҙан да ғаризалар алдыҡ. Башҡорт тарихы йылында барлыҡ башҡорт ырыуҙарын да ҡорға йыйып өлгөрөрбөҙ тип ышанабыҙ», — тине Эльвира Айытҡолова.
фото: Башинформ
Читайте нас: