2020 йыл һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, республикабыҙ ҡояш генерацияһы объекттары булдырыу һәм планлаштырыу күләме буйынса Рәсәйҙә бишенсе урынға сыҡты. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
“XXI быуатта беҙ барыбыҙ ҙа энергетикала глобаль тектоник үҙгәрештәр шаһиты була барабыҙ. Электр энергияһын ғәҙәти алымдар менән етештереү урынына башҡа сығанаҡтар – ҡояш һәм ел килә.
Ҡояш электр станциялары (СЭС) төҙөү халыҡҡа экологик йәһәттән таҙа электр энергияһы менән ҡулланыу мөмкинлеге бирә. Мин Башҡортостандың был өлкәлә лидерҙар иҫәбендә булыуына шатмын.
Беҙҙә дөйөм ҡеүәте 69 МВт булған биш ҡояш электр станцияһы эшләй. Был бөтә республиканың дөйөм энергия системаһы ҡеүәтенең 1,2 процентына тиң.
Әлеге объекттарҙың күбеһен “Хевел” компанияһы төҙөнө. Улар – Хәйбәлла районында Бүребай, Көйөргәҙе районында Бөгөлсән, Ейәнсура районында Иҫәнғол һәм Бөрйән ҡояш электр станциялары. Уларҙың дөйөм ҡеүәте – 44 МВт. Бынан тыш, былтыр “Солар Системс” компанияһы 25 МВт ҡеүәткә эйә Стәрлебаш ҡояш электр станцияһын сафҡа индерҙе.
Былар барыһы ла – биләмәләр үҫешенә, уларҙа яңы предприятиелар булдырыуға булышлыҡ иткән өҫтәмә энергия сығанаҡтары. Ә иң мөһиме – улар торлаҡ йорттарҙы һәм социаль объекттарҙы электр энергияһы менән ышаныслы тәьмин итә. Мәҫәлән, Бөрйән ҡояш электр станцияһы Рәсәйҙә уникаль объект һанала, ул параллель рәүештә селтәргә лә тоташа, үҙаллы ла эшләй ала. Был Урал аръяғын электр менән тәьмин итеүҙең ышаныслы булыуы өсөн бик мөһим.
Республика үҙ сиратында электр энергетикаһы объекттары төҙөлөшөндә ҡатнашҡан инвесторҙарға ер участкалары һайлауҙа һәм уларҙы сауҙаһыҙ биреүҙә булышлыҡ күрһәтә, сөнки улар – өҫтөнлөклө инвестпроекттар. Шулай уҡ ҡояш электр станцияларын тармаҡ ойошмаларының электр селтәрҙәренә тоташтырыу процесына тулыһынса булышлыҡ итәбеҙ.
Беҙ был кимәлдә генә туҡтап ҡалмайбыҙ. Әле үк Ағиҙелдә һәм Ғафури районында ҡояш электр станциялары төҙөлөшө бара. Уларҙы 2022 йылда сафҡа индерергә уйлайбыҙ. Беҙҙең бурыс – тергеҙелгән энергетика тармағында алдынғы позицияларҙы нығытыу, был Башҡортостандың инвесторҙар йәлеп итеү һәм алыҫта ятҡан биләмәләрҙә лә күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген киңәйтәсәк”, - ти билдәләне Башҡортостан Башлығы.