Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2021, 10:30

Республикала ғәҙәттән тыш янғын хәүефе янаған райондар һаны арта

Башҡортостан биләмәһенең яртыһында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе күҙәтелә. Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә республикала бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ләкин улар хәүефле осорҙоң кәмеүенә әллә ни йоғонто яһамай. Бынан тыш, урман янғындары сығыу ихтималлығы юғары булған райондарҙың артыуы көтөлә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Янғын#Пожар

Башҡортостан биләмәһенең яртыһында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе күҙәтелә. Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә республикала бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ләкин улар хәүефле осорҙоң кәмеүенә әллә ни йоғонто яһамай. Бынан тыш, урман янғындары сығыу ихтималлығы юғары булған райондарҙың артыуы көтөлә.
«Урыны менән климатик норманан 7 градусҡа юғарыраҡ уртаса һауа температураһы менән аномаль эҫе һауа торошо ла һаҡлана. Әммә алдағы көндәрҙә температура 28-34 градустан 25-30 градусҡаса түбәнәйә», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Гидрометеорология һәм тирә-яҡты күҙәтеү мөхите идаралығынан.
Фото: Башинформ
Читайте нас: