Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2021, 13:30

Радий Хәбиров Талҡаҫ күленә махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын бирергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күленә махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын бирергә ҡушты. Республиканың Экология министрлығы күл биләмәһендә рөхсәт ителгән эшмәкәрлек сиктәрен һәм режимдарын проектлау эшен башланы ла инде.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 майҙа республика етәксеһе Баймаҡ районында муниципалитеттар һәм сығарыу менән шөғөлләнгән компаниялар ҡатнашлығында эш кәңәшмәһе үткәрҙе һәм ер аҫтын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырырға тәҡдим итте. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Талҡаҫ#НацПроекты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күленә махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын бирергә ҡушты. Республиканың Экология министрлығы күл биләмәһендә рөхсәт ителгән эшмәкәрлек сиктәрен һәм режимдарын проектлау эшен башланы ла инде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 майҙа республика етәксеһе Баймаҡ районында муниципалитеттар һәм сығарыу менән шөғөлләнгән компаниялар ҡатнашлығында эш кәңәшмәһе үткәрҙе һәм ер аҫтын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырырға тәҡдим итте.
Баймаҡ районы халҡы күп йылдар файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу буйынса күләмле эштәр башҡарған, йыш ҡына тәбиғәтте һаҡлау законын боҙған эшҡыуарҙарҙан зыян күрә, тип билдәләне республика башлығы.
Башинформ хәбәр итеүенсә, Иҫән, Түбә, Һаҡмар, Темәс ауылдарында йәшәүселәр «Семенов руднигы» йәмғиәтенең Талҡаҫ күленән алыҫ түгел урында карьер асырға йыйыныуына бәйле муниципалитетҡа һәм республика властарына мөрәжәғәт иткән.
Бынан тыш, яҙғы-йәйге миҙгелдә төбәктең барлыҡ ҙур күлдәренә, шул иҫәптән Талҡаҫҡа туристарҙың күпләп килеүе күҙәтелә. Шуға күрә ошо биләмәлә тәртип урынлаштырыу талап ителә.
«Беҙ республикала Башҡортостан халҡын борсоған барлыҡ мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә һөйләшеп килештек. Мин Талҡаҫ күленә һәм уның тирә-яғындағы зонаға махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын бирергә ҡуштым. Юғиһә беҙ был хәлде еңә алмаҫбыҙ. Әлбиттә, бында төплө ҡараш кәрәк. Шуға беҙ экологик талаптар, тәбиғәтте һаҡлау һәм биләмәләрҙе иҡтисади үҫтереү араһында тиҙгелек табырға тейешбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров кәңәшмәлә.
Читайте нас: