Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2021, 10:00

Elvin Grey "Яңы моң" радиоһын асырға ниәтләй

Радик Юлъяҡшин тыуған көнөндә Хәйриә концерты менән сығыш яһаны. Тамаша ябыҡ форматта, бер ниндәй афишаһыҙ үтте.

Өфөнөң Йәштәр һарайында үткән концертҡа мөмкинлектәре сикләнгән, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр саҡырылды. Тамашасылар алдында «Элвин Грей» лейблы артистары, «Яңы моң» Халыҡ-ара музыкаль конкурс финалистары сығыш яһаны.
Радик Юлъяҡшин журналистар менән әңгәмәһендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тормошҡа ашырылған проекттың юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Икенсе миҙгел тағы ла сағыуыраҡ, ҡатнашыусылар географияһы киңерәк буласаҡ. Шулай уҡ, bash.news белдереүе буйынса, музыкант «Яңы моң» исеме аҫтында радио асырға ла теләй. Уның маҡсаты республикала шоу-бизнесты үҫтереү.

"Әле беҙ музыкаль проекттың тәүге миҙгелен тамамланыҡ, көҙгөһөн был йүнәлештә эш тағы ла дауам итәсәк. «Яңы моң» тип аталған ҙур концерт ойошторорға теләк бар. Унда ҡыҙыл балаҫ, наградаларҙы тапшырыу тантанаһы буласаҡ. Маҡсатыбыҙ башҡорт сәнғәте өлкәһендә уңыштарҙы барлау."

Радик Юлъяҡшин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Читайте нас: