Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе аномаль эҫе һауа торошо тураһында иҫкәртә. Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, 19 майҙа төбәктә ғәҙәттән тыш янғын хәүефе, аномаль эҫе һауа торошо һаҡлана, һауа температураһы норманан 7 градусҡа юғары була.
Был көндә Башҡортостандың күпселек өлөшөндә яуым-төшөм көтөлмәй. Төньяҡ райондарҙа бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көнсығыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 11-16, көнсығышта +6, көндөҙ 26-31 градус.