Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2021, 22:27

Ноғман Мусиндың 90 йәшлек юбилейына арналған указға ҡул ҡуйылды

17 май көндө Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 90 йәшлек юбилейын тантаналы рәүештә байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.Указ буйынса ошо ваҡиға уңайынан 2021 йылда Ноғман Мусинға арналған төрлө саралар үткәреләсәк. Шулай уҡ сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составы раҫланды. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#НоғманМусин#Яңылыҡтар#НацПроекты

17 май көндө Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 90 йәшлек юбилейын тантаналы рәүештә байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Указ буйынса ошо ваҡиға уңайынан 2021 йылда Ноғман Мусинға арналған төрлө саралар үткәреләсәк. Шулай уҡ сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составы раҫланды.
Ноғман Мусин — хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең күренекле прозаигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, 1963 йылдан алып яҙыусылар союзы ағзаһы. «Мәңгелек урман», «Зөһрә» повестәренең, «Һуңғы солоҡ», «Шунда ята батырҙар һөйәге» романдарының, «Зәңгәртауҙа аҡ болан», «Яҙғы ташҡындар алдынан» трилогияларының авторы.
Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған.
Читайте нас: