Бөгөн башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Бүләков Динис Мөҙәрис улының тыуыуына 77 йыл. Динис Мөҙәрис улы Бүләков 1944 йылдың 18 майында Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Арыҫлан ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.
1964 йылда Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Бәләбәй, Бишбүләк һәм Йәрмәкәй райондары өсөн сығарылған «Еңеү байрағы» гәзите редакцияһында эшләй. 1965 йылда һалдатҡа алына, әрме хеҙмәтендә өс йыл була. 1968 йылда Мәскәүҙәге А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына ситтән тороп уҡырға инә. 1968—1974 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Ағиҙел» журналында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире була. 1977—1986 йылдарҙа «Пионер» журналының баш мөхәррире.
1986 йылдан — Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Артабан ғүмеренең һуңғы көнөнәсә Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡара.
Динис Бүләков әҙәбиәт менән йәштән үк ҡыҙыҡһына башлай. Урта мәктәптә һәм техникумда уҡығанда тәүге әҫәрҙәрен матбуғатта баҫтыра. «Ҡояш ярсығы» тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1971 йылда донъя күрә. Уның хикәйәләренең төп геройҙары — беҙҙең замандаштар, йәш энтузиастар. Яҙыусы геройҙарының эске донъяһын, психологик уй-тойғоларын мауыҡтырғыс тормош ваҡиғаларында һүрәтләй белә. «Ауылымдың аҡ өйҙәре», «Һары һандуғас балаһы», «Аҡбуҙ алышҡа сыға» китаптарына ингән повесть һәм хикәйәләрендә һәләтле прозаиктың әҙәби оҫталығы үҫә һәм камиллаша барыуын асыҡ билдәләп була. Яҙыусы эпик хикәйәләү алымдарын уңышлы үҙләштерә һәм мауыҡтырғыс образдар тыуҙыра. Әҫәрҙән әҫәргә, китаптан китапҡа әҙиптең ижад офоҡтары киңәйә, ҡәләме үткерләшә килде.
Динис Бүләков 90-сы йылдарҙа башҡорт романсылары сафында ныҡлы урын алды. 1988 йылда донъя күргән «Килмешәк», «Туҙҙырылған тамуҡ» романдары замананың ҡырҡыу проблемаларына арналыуы менән әһәмиәтле.
Яҙыусы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Сәләм һәм Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты.
Әллә ниндәй заман...
Ҡышы, яҙы
үҙ миҙгелен белмәй тартыша.
Йән өшөткөс һалҡын!
Ҡыш көслөмө,
тороп ҡалмайынса тартыша.
Яҙғы елдәр иҫер-иҫмәҫ тора,
Ҡояш йөрөй төҫлө алыҫта.
Ҡапыл киткән дуҫтар —
ғүмерлеккә
һала һине һары һағышҡа.
Нөгөшөбөҙ яҙҙы көткән саҡта
Күҙ йәшендәй тамсы тамды бит...
Яҙҙар килер әле ваҡытында —
Һинең йөрәк йылың ҡалды бит.