Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2021, 09:26

«Башҡортостан» ТРК ДУП-һын хосусилаштырыуға әҙерләйҙәр

«Башҡортостан» ТРК ДУП-һын өс телеканал һәм өс радиостанция менән хосусилаштырыуға әҙерләйҙәр. Был 2020 йылға билдәләнгәйне. Шулай уҡ былтыр «Алексеевка», «Рощинский» совхоздары, «Башсельхозтехника» кеүек ҙур һәм әһәмиәтле дәүләт предприятиелары буйынса ла процедуралар планлаштырылғайны, тип белдерҙе Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы башлығы Наталья Полянская Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет һәм һалым сәйәсәте комитеты ултырышында. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ТРКБашҡортостан#Медиа

«Башҡортостан» ТРК ДУП-һын өс телеканал һәм өс радиостанция менән хосусилаштырыуға әҙерләйҙәр. Был 2020 йылға билдәләнгәйне. Шулай уҡ былтыр «Алексеевка», «Рощинский» совхоздары, «Башсельхозтехника» кеүек ҙур һәм әһәмиәтле дәүләт предприятиелары буйынса ла процедуралар планлаштырылғайны, тип белдерҙе Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы башлығы Наталья Полянская Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет һәм һалым сәйәсәте комитеты ултырышында.
Пандемияла эшләү ҡатмарлы булғанлыҡтан, әлеге пландарҙы тулыһынса тормошҡа ашырып булманы, тип билдәләне министр. «Алексеевка» совхозы уларҙы ғәмәлгә ашырыуға яҡыныраҡ. «Хосусилаштырыу шарттары раҫланған, шулай уҡ яңы ойошманың идара итеү һәм контроль органы составы билдәләнгән, акционерҙарҙың тәүге йыйылышына тиклем генераль директор, директорҙар советы һәм ревизия комиссия ағзалары тәғәйенләнгән. Хәҙер иһә Федераль һалым хеҙмәте инспекцияһы органдарында ойошманы дәүләт теркәүе бойомға ашырыла», — тип хәбәр итте Наталья Полянская.
«Рощинский» совхозы һәм «Башсельхозтехника» буйынса хосусилаштырыуға әҙерлек буйынса ҡарарҙар ҡабул ителгән. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһына килгәндә, әле компанияның күсемһеҙ милегенә документтар тәртипкә килтерелә, тине министр. Наталья Полянская әйтеүенсә, был предприятиелар дәүләт милкендә һаҡланып ҡала.
Читайте нас: