Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2021, 10:30

Башҡорт телен ситтә лә өйрәнергә мөмкин

Быйыл мартта Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районында йәкшәмбе мәктәбе эшләй башланы. Әле унда 20 бала аҙнаһына бер тапҡыр туған телендә белем ала. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Силәбе#БРГИ

Быйыл мартта Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районында йәкшәмбе мәктәбе эшләй башланы. Әле унда 20 бала аҙнаһына бер тапҡыр туған телендә белем ала.
Мәғлүм булыуынса, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булғайны. Уҡыу йорто етәкселеге күрше төбәктәрҙә Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу проектын тәҡдим итте. Уның ярҙамында Ҡыҙыл ауылының 2-се мәктәп базаһында йәкшәмбе башҡорт мәктәбе асылды. Ул милли музыка ҡоралдары һәм ижад итеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар, шулай уҡ телде еңелерәк үҙләштереү өсөн заманса сағыу әсбаптар менән тәьмин ителгән.
Әле күрше өлкәләрҙә башҡорт телен дүрт меңдән ашыу уҡыусы өйрәнә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән үткән төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә. Быйыл унда, мәҫәлән, 726 уҡыусы ҡатнашҡан, шул иҫәптән 6 төбәк уҡыусылары.
Читайте нас: