Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын ҡуйыу урынының күсерелеүен хәбәр итте. Ҡала халҡы объектты урынлаштырыу өсөн Еңеү паркы ҡаршыһындағы майҙансыҡты һайлағайны. Баш ҡала мэры һүҙҙәренсә, стеланың ҙурлығы быны эшләргә мөмкинлек бирмәй.
«Проект авторы өс урын тәҡдим итте: Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы янында, Калинин паркында һәм Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Яр буйында, — тине Сергей Греков. — Өфөләр менән бергә стеланы ҡайҙа ҡуйырға кәрәклеген хәл итеү мөһим».