Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2021, 10:54

Рәсәйҙә әсәлек капиталын ҡулланыуҙы киңәйтеүҙәре ихтимал

Рәсәйҙә әсәлек капиталын ҡулланыуҙы киңәйтеүҙәре ихтимал. Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Татьяна Голикова бала тыуғас та әсәлек капиталын үҙаллы йорт һалыу һәм йортто төҙөкләндереү, шулай уҡ лицензияһы булған шәхси эшҡыуарҙарҙа белем биреү хеҙмәттәре өсөн файҙаланыу мөмкинлеген тәҡдим итте. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ӘсәлекКапиталы#Иҡтисад

Рәсәйҙә әсәлек капиталын ҡулланыуҙы киңәйтеүҙәре ихтимал. Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Татьяна Голикова бала тыуғас та әсәлек капиталын үҙаллы йорт һалыу һәм йортто төҙөкләндереү, шулай уҡ лицензияһы булған шәхси эшҡыуарҙарҙа белем биреү хеҙмәттәре өсөн файҙаланыу мөмкинлеген тәҡдим итте.
«Сығанаҡтарҙың мәғлүмәте буйынса, вице-премьер Татьяна Голикова президентҡа ике йүнәлеш буйынса ҡағиҙәләргә төҙәтмә индереү башланғысы менән мөрәжәғәт итте: ғаиләләргә бала тыуғас та әсәлек капиталын шәхси өй һалыу һәм төҙөкләндереү өсөн файҙаланыу мөмкинлеге биреү (әлеге ваҡытта быны уға өс йәш тулғас ҡына эшләргә була); әсәлек капиталын лицензияға эйә булған шәхси эшҡыуарҙар күрһәткән белем биреү хеҙмәттәренә тотонорға рөхсәт итеү», — тиелә хәбәрҙә.
Читайте нас: