Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2021, 09:33

Хәйбулла районының физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Дала батыры» тип исемләнгән бәйге үтте

Турнир милли көрәш менән шөғөлләнеүселәрҙе бер майҙанға йыйҙы. Йолаға әйләнгән спорт ярышы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғаззали Үтәшев иҫтәлегенә ойошторолдо. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Хәйбулла#ҒаззалиҮтәшев

Турнир милли көрәш менән шөғөлләнеүселәрҙе бер майҙанға йыйҙы. Йолаға әйләнгән спорт ярышы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғаззали Үтәшев иҫтәлегенә ойошторолдо.
Хәйбулла ере ҡасандыр майҙандарҙы шаулатҡан, бер һабантуйҙа ла бил бирмәгән батырын онотмай. Ғаззали Үтәшев исеме аҫтында үткәрелгән ярышҡа Хәйбулла, Баймаҡ, Федоровка, Көйөргәҙе, Ауырғазы, Дәүләкән, Мәләүез райондары һәм Өфөнән көрәшселәр йыйылды. Йәмғеһе төрлө йәштәге һәм ауырлыҡ категорияһынан 70 ир-егет көс һынашты.
Ғаззали Үтәшев Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ла, һуңынан колхозда эшләгән алдынғы бригадирҙар ҙа була. Түңгәүер ырыуы көрәшсеһе Хәйбулла районында ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә бил бирмәгән. «Дала батыры» турниры тамамланғас, Ғаззали Үтәшевтың балалары Хәйбулла районы хакимиәте башлағы Рөстәм Шәрипов менән батырҙың бюсына сәскәләр һалды.
Читайте нас: