17 майҙа Өфө мәктәптәренә шартлатҡыс һалынған тигән хәбәрҙәр килә башлаған. Атап әйткәндә, баш ҡаланың 29-сы, 130-сы һәм 141-се мәктәптәренә ошондай мәғлүмәт ебәрелгән.
Компетентлы хеҙмәттәр оператив тәртиптә уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуациялауҙы ойошторған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары кинологтар менән бергә биләмәне тикшерә, ә уҡыусылар социаль селтәрҙә ваҡиға урынынан фотоһүрәттәр менән уртаҡлаша.
Бәхеткә, мина һалынған тигән бер хәбәр ҙә раҫланмай. «Башинформ» агентлығының үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, күпселек «хаттар» Сипайлово биҫтәһе мәктәптәренә килгән.