Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май 2021, 22:38

РУХИ ЗАУЫҠТЫ БАЙЫТЫП

“Музейҙар төнө” акцияһына республикабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры музейы ла ҡушыла.Театр – матур сәнғәт донъяһы, уның эсендә күҙгә күренер йәм генә түгел, уй менән дә йырып сыға алмаҫлыҡ төплө ҡот йәшеренгән. Былар тураһында уйланған, уны аңлаусы тамашасы ғәҙәттә театрға тамаша ҡарар өсөн генә йөрөмәй. Күргәҙмә залдары йәки театр музейҙарына сәйәхәт ҡылып, театрҙың йәшәйешен, тын алышын тойомларға тырышыусылар әҙ түгел. Баш ҡалабыҙҙың ҡап урnаһында урынлашҡан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры музейында мәҙәниәт усағының үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән танышырға мөмкин.

Билдәле булыуынса, республикабыҙ театрҙары араһында Йәштәр театры йәш ижади коллектив һанала. Уның инеше 1989 йылдарға барып тоташа. Был мәҙәниәт усағын ойоштороуға Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ғабдулла Ғиләжев күп көс һала. Артабан театрҙа эшләүсе һәр етәксе уның үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Тәүҙә йәш тамашасы театры, артабан 1995 йылда Милли йәштәр театры тип үҙгәртелә.Театрға ҡағылышлы хөкүмәт ҡарарҙары музей кәштәләрендә һаҡланаһәм уның күсермәһе тамашасылар өсөн күргәҙмәлә урын алған.
2006 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарарына ярашлы, театрға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме бирелде.Театр Мостафа Сафа улының ижадына тәү тапҡыр 1995 йылда мөрәжәғәт итә. «Салауат. Өн ҡатыш ете төш» әҫәре буйынса «Салауат»трагедияһы (реж.А.Нәҙерғолов, рәссам – О.Ғималетдинова, композитор – С.Низаметдинов, балетмейстер – Р.Ғәбитов) ҡуйылғайны. Был әҫәр менән театр ғына абруй ҡаҙанманы, спектаклдә уйнаусы артистар Рәсүл Ҡарабулатов, Рушана Бабич, Азат Йыһаншин һәм Фирҙәт Ғәлиев Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаттары исемен алды. Бөгөн дә театр сәхнәһендәМостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр ҙур уңыш менән бара:«Беҙҙең өйҙөң йәме» (режиссеры Мөсәлим Күлбаев), «Йәләлетдин атай» (режиссеры Илнур Муллабаев), «Тоҡ эсендәге бесәй» (режиссеры Илдар Ғиләжев), «Яуҙы еңгән мөхәббәт» (режиссеры Мөсәлим Күлбаев), «Тылсымлы тирмән» (режиссеры Мөсәлим Күлбаев). Шулай уҡ төрлө йылдарҙа ҡуйылған «Ҡыҙ урлау» (режиссеры Байрас Ибраһимов), «Ике хат» (режиссеры Искәндәр Сакаев), «Йәйәүле Мәхмүт» (режиссеры Рөстәм Хәкимов), «Ташлама утты, Прометей!» (режиссеры Айнур Сафиуллин) спектаклдәрен тамашасылар ихлас ҡабул итте. Музейҙың бер өлөшө тап ошо йылы һәм йырлы ижадҡа, уның авторына бүленгән. Мостай Кәримдең шәхси әйберҙәре тупланған витринаны, ҡулъяҙмаларын, китаптарын, фотоларын, спектаклдәре макеттарын тамашасылар бик яратып ҡарай. Музей эргәһендәге ҙур фойела Мостай Кәрим әҫәрҙәренән ҡуйылған спектаклдәрҙән фоторәсемдәр күргәҙмәһе лә йыл әйләнәһенә үҙгәртелеп, тамашасы хөкөмөнә тапшырылған. Әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулған йылда был күргәҙмә «Беҙҙең ерҙең йәме» тип аталды.
Музей стеналарын бер-бер артлы тарих һаҡлаусы стендтар биҙәй. Уларҙа театрҙы ойоштороусылар: етәкселәр, режиссерҙар; театрҙың ҡаҙаныштары, спектаклдәрҙән фоторәсемдәр, афишалар, спектаклдәр программалары,гастролдәр географияһы, фестивалдәрҙән алып ҡайтҡан бүләктәр үҙенәярашлы иғтибар йәлеп итә.Төрлө йылдарҙа эшләүсе артистарҙың эшмәкәрлегенә лә лайыҡлы урын бирелгән.Шулай тейеш тә, сөнки артист – театрҙың арҡа һөйәге. Улар ижадының үҙ ваҡытында дөрөҫ баһаланыуының күп өлөшө театрға бәйле.
Айырым спектаклдәрҙең ҡупшы костюмдары музей залын йәмләп тора. Ғәҙәттә, халыҡ улар янында фотоға төшөргә ярата. Театрҙың ҡайһы бер тоғро тамашасылары сәхнә кейеменең ҡайһы спектаклдән икәнлеген алыҫтан танып, ул тамаша хаҡында тәъҫораттары менән бүлешә һала. Ҡайсаҡ ошо ябай йәки сағыштырғыһыҙ сәхнә кейеме генә лә тағы бер тапҡыр театрҙың тарихын хәтергә төшөрөп алыуға булышлыҡ итеүсән.
Театрҙа сәхнә арты тормошо ла бар. Тамашасы күҙенә күренмәгән, әммә сәхнәне, сәхнәләге тамашаны бар итеүсе мөғжизә тыуҙырыусы оҫталар батшалығы ул. Музейҙа улар тураһында ла мәғлүмәт етәрлек. Фоторәсемдәр театр асылғандан алып бөгөнгәсә ошо цехтарҙың бик күп кимәлдәге үҫешен һүрәтләй.
Бутафор цехы – сәхнәлә ҡулланыла торған йыһаздар етештереүселәр цехы. Улар һөнәре, миҫал итеп әйтһәк, ябай ғына ҡағыҙ киҫәгенән тимер, балсыҡтан ағас әүәләү һымаҡ нескәлектәргә ҡайтып ҡала. Грим һалыу, декораторҙар, костюм цехтары ла оҫталыҡтары менән бер-береһенән айырылмай. Улар эшмәкәрлегенән тыш сәхнәләге күҙгә күренгән матурлыҡты күҙ алдына килтереүе ауыр.
Машина-декорациялау, яҡтыртыу, тегеү, аяҡ кейемдәре әҙерләү, радио, реквизитор, ағас эштәре цехтары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
Музейҙар – тарих һөйләүсе генә түгел, алға әйҙәүсе лә. Театр музейы буйлап сәйәхәт иткәндә, ниңәлер, уйҙар алғараҡ йүгерә башлағандай. Элеккене күреп, киләсәкте икенсерәк, тағы ла яҡтыраҡ итеп күреү теләге уяна. Әммә был хыял элеккене инҡар итеү тураһында ишара түгел, киреһенсә, тарих –иң яҡшы хәтирәләргә алып ҡайтыусы фән. 30 йыллыҡ тарихлы театрҙың музей кәштәләренең тулылығы – был мәҙәни усаҡтың гөрләп йәшәүен күрһәтеүсе дәлил. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тарихы киләсәктә әллә нисә томдарға тулып, рухи зауыҡты байытып, быуын-быуын йәштәрҙе тәрбиәләүгә, республикабыҙҙағы матур сәнғәт донъяһын яҡтыраҡ балҡытыуға бик күп көс һаласағында бер ниндәй шик юҡ.
РӘЗИЛӘ ЫРЫҪҠУЖИНА,
театрҙың Әҙәбиәт бүлеге етәксеһе
Читайте нас: