Артистарҙың оҫта уйнауы, образдарҙы тышҡы ҡиәфәттәренән алып эске кисерештәренә тиклем кәүҙәләндерә алыуҙары менән дә арбай спектакль. Һәр геройҙың характеры, һәр парҙың яҙмышы, мөхәббәт тарихы, хатта киләсәге күҙ алдына баҫа: ҡасандыр юлдары айырылған, әммә бер-береһен онота алмаған Диана (Гөлбинә Сафуанова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы) менән булдыҡлы, заман елдәренә бирешмәгән Риф (Вадим Ҡылысов), баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған Наилә (Эльмира Саматова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы) һәм сабыр Нуритдин (Салауат Юлдашбаев), балаларса бер ҡатлы Зөбәржәт (Лилиә Исҡужина) һәм эшһөйәр, ябай Мөнир (Илнур Лоҡманов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы), романтик тәбиғәтле, талантлы Миләүшә (Гөлшат Ғайсина, Башҡортостандың халыҡ артисы) һәм кеше ҡәҙерен, талант хаҡын белгән Рәшит (Рәмзил Сәлмәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, БР-ҙың Ш.Бабич ис. йәштәр премияһы лауреаты), ваҡиғаларҙы нисек бар, шулай ҡабул итә белгән Дилә (Дания Ғөбәйҙуллина) һәм тура һүҙле Ғәзим (Радмир Абдуллин, БР-ҙың Ш.Бабич ис. йәштәр премияһы лауреаты).
“Ғашиҡтар көнө” исемле музыкаль комедия театрҙа үҙенең ғүмер юлын яңы ғына башланы. Уйын-көлкө, йыр-моң аша бөгөнгө ысынбарлыҡтың һәм йәштәрҙең рухи, әхлаҡи һәм матди мәсьәләләрен күтәргән, шуны сәнғәтсә хәл итеүгә өлгәшкән был спектаклгә рәхим итегеҙ, дуҫтар!