Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май 2021, 08:19

Бөтә Донъя фольклориадаһына 50 көн ҡалды

Кисә Өфөлә «Торатау» конгресс холы эргәһендәге майҙандағы таймер ҡуйылған арт обьектты асыу тантанаһы уҙҙы. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Фольклориада#Мәҙәниәт

Күк йөҙөндә үҙе артынан Башҡортостан флагы төҫөндәге эҙ ҡалдырған самолеттар, Рәсәй, Башҡортостан, Фольклориада символдары менән ергә төшкән парашютсылар, бай йөкмәткеле концерт программаһы. Кисәге сараны халыҡ-ара фольклориадаға әҙерлек этабы тип атарға ла мөмкин.
Июль башында Башҡортостанға донъяның төрлө тарафтарынан, аныҡлап әйткәндә 55 илдән 2 мең тирәһе кеше килеүе көтөлә. Мәғлүм булыуынса, күләмле сара республикала былтыр йәй үтергә тейш ине, әммә коронавирус пандемияһы менән бәйле ул бер йылға кисектерелде.
Республика башлығы белдереүенсә, Рәсәйҙә тәүге тапҡыр уҙған сараны тап Башҡортостан ҡабул итеүе оло ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ. Фольклориада, берҙән, мәҙәни ҡаҙаныштар менән уртаҡлашыу, икесенән, фекер алышыу майҙаны, тине Радий Хәбиров. Әле төбәктә һуңғы әҙерлек эштәре бара.
Читайте нас: