Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2021, 07:30

"Яңы моң" дауам итәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Яңы моң» халыҡ-ара музыкаль конкурсы ойоштороусылары, жюри ағзалары һәм финалсылар менән осрашты. Төбәк етәксеһе һайлау этабын үткәндәрҙе тәбрикләне – улар 15 майҙа гала-концертта сығыш яһаясаҡ. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ЯңыМоң#РадийХәбиров#ElvinGrey

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Яңы моң» халыҡ-ара музыкаль конкурсы ойоштороусылары, жюри ағзалары һәм финалсылар менән осрашты. Төбәк етәксеһе һайлау этабын үткәндәрҙе тәбрикләне – улар 15 майҙа гала-концертта сығыш яһаясаҡ.
"Радик Юлъяҡшин менән "Яңы моң"до башлағанда мин, дөрөҫөн әйткәндә, уның уңышлы булырына ныҡлы ышанып бөтмәй инем, - тип яҙҙы проект хаҡында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Фәрит улы. - Ләкин бөгөн күрҙем: проект маҡсатына өлгәште һәм Мәскәү, Башҡортостан, Татарстан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстандың талантлы йәштәренә үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинлек бирҙе.
Төрлө илдәрҙән килгән 800 заявканан һайлап алыу турына 60 кеше үтте. Етди кастингтан һуң 17 талантлы ҡыҙ һәм егет финалға сығыу өсөн ярышты.

Проект финалында биш башҡарыусы һынау тотасаҡ, улар араһында Өфө йәштәре лә бар. Башҡортостан юлдаш телеканалында ошо шәмбе 19.30 сәғәттә күрһәтеләсәк тапшырыуҙы ҡарамайынса ҡалмағыҙ.

Һис һүҙһеҙ, проект сағыу, билдәле кешеләр, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙҙан тыш - тәү сиратта Лина Арифулинаһыҙ - килеп сыҡмаҫ ине. Ул, ошондай сараларҙы ойоштороуҙа ҙур тәжрибәгә эйә булараҡ, конкурсҡа юғары планка бирҙе.

Бар ҡатнашыусыларға уңыштар! Шуны ла әйтергә кәрәк: был әле башы ғына!

"Яңы моң" проекты яңы исемдәр аса, йәштәргә ҡанат ҡуя. Финалға сыҡҡандарҙы ихлас тәбрик итәм!"
Тиҙҙән республика етәксеһе «Яңы моң»до ойоштороусылар менән артабанғы этаптар тураһында һөйләшәсәк.
Читайте нас: