Омскиҙа 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр командалары араһында турнир уҙҙы. Унда 12 хоккей клубы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Финалда “Салауат Юлаев” Әлмәттән “Нефтсе” клубын 5-кә 2 иҫәбенә отоп, ил чемпионы исеменә лайыҡ булды. Команданың ҡапҡа һаҡсыһы Семен Вязовой ярыштарҙың иң яҡшы уйынсыһы тип танылды.