Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2021, 14:00

Башҡортостанда эҫе көндәр киләһе аҙна аҙаҡтарына тиклем һаҡлана

Май айына хас булмаған аномаль эҫелек Башҡортостанда кәмендә бер аҙнаға тотҡарлана. Синоптиктар әйтеүенсә, ошо ваҡыт өсөн һауа температураһы норманан ете-һигеҙ градусҡа юғары. Киләһе аҙнаның аҙағына термометр бағанаһы +34 градусҡа тиклем күтәрелә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#АномальЭҫелек#Май

Май айына хас булмаған аномаль эҫелек Башҡортостанда кәмендә бер аҙнаға тотҡарлана. Синоптиктар әйтеүенсә, ошо ваҡыт өсөн һауа температураһы норманан ете-һигеҙ градусҡа юғары. Киләһе аҙнаның аҙағына термометр бағанаһы +34 градусҡа тиклем күтәрелә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 23 майҙан һуң һауа температураһы түбәнәйә башлай. Өфөлә термометр бағанаһы көндөҙ +23, төндә +16 градусҡаса төшә. Яуым-төшөм көтөлмәй, ләкин болотло һауа торошо фаразлана.
Уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә ярашлы, июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә.
Читайте нас: