Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2021, 10:10

«АРТ- Ҡоролтай» мәҙәниәт форумы

Бөгөн Республикала тәүге тапҡыр АРТ-ҠОРОЛТАЙ форумы үтә. Ул әлеге минуттарҙа “Торатау” Конгресс-холында бара. Форумда ҡатнашыусылар секцияларҙа эшләй. Аҙаҡ Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашыуында пленар ултырыш уҙа. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#АРТҠоролтай#Ҡоролтай

Бөгөн Республикала тәүге тапҡыр АРТ-ҠОРОЛТАЙ форумы үтә. Ул әлеге минуттарҙа “Торатау” Конгресс-холында бара. Форумда ҡатнашыусылар секцияларҙа эшләй. Аҙаҡ Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашыуында пленар ултырыш уҙа.

Форумда шулай уҡ CIOFF президенты Филипп Боссан, CIOFF Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу комитеты рәйесе Алехандро Камачо, шулай уҡ Бөтә донъя Фольклориадаһы илсеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнаша.

Сараның төп үҙенсәлеге – быйыл Башҡортостанда уҙасаҡ VI Бөтә донъя фольклориадаһына тиклем ҡалған 50 көндө кирегә иҫәпләй башлауҙы асыу. Халыҡ-ара байрам 3 июлдән 10-на тиклем үтә.

Форум һуңында «Рус йыры» театры, «Арғымаҡ», «Узорица» төркөмдәре, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле, Зәйнетдин ҡатнашлығында байрам концерты ҡаралған.
Читайте нас: