Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2021, 08:07

Туймазы районы Үрге Троицкое ауылында йәшәүселәр ябылған берҙән-бер мәктәпте асыуҙы һорай

Башланғыс синыфтар өсөн ҡаралған мәктәп эшмәкәрлеге ваҡытлыса туҡтатылғас малай- ҡыҙҙарға Серафимовка ауылына йөрөп уҡырға тура килә. Бер нисә ауыл биләмәһенә бүленгән автобусҡа өлгөрөр өсөн балаларға мәктәпкә таңдан сығырға тура килә.

Үрге Троицкое ауылында февралдә мәктәп ваҡытлыса ябылған, әммә ата-әсәләр учреждение ишектәре башҡа бөтөнләй асылмаҫ тип борсола. Мәктәп бинаһы менән етешһеҙлектәр бөтөрөлгәс тә учреждение асылырға тейеш тип килешеүгә ҡул ҡуйған ата-әсәләр күрше ауылға йөрөп уҡыу оҙаҡҡа һуҙыласағын башына ла килтермәгән.
Ун йыл элек Үрге Троицкое мәктәбе Серафимовка ауылындағы төп учреждениеның филиалына күсерелгән. Әммә Үрге Троицкое ауылында балалар һаны йылдан йыл кәмей, быйыл мәктәптә 14 бала белем алһа, яңы уҡыу йылына ун ғына уҡыусы килә тип көтөлә.
Мәктәп етәкселеге белдереүенсә, балалар аҙ булғанда учреждениены хеҙмәтләндереү финанс күҙлектән ҡиммәткә төшә. Зәңгәр яғыулыҡ, ут, һыу һәм ғөмүмән, объектты төҙөкләндереү өсөн сығымдар талап ителә.
1970 йылда сафҡа ингән бинала янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек системаһы менән ҡатмарлыҡтар бар. Белгестәр дәрестәрҙе мәктәптең түбәһе яңыртылғас ҡына уҙғарыу талабын ҡуя. Төҙөкләндереү эштәренә 700 мең һум аҡса кәрәк. Ә бына кабинеттарға күҙ һалһаң, белем усағы уҡыусыларҙы парта артына көтә тип әйтергә мөмкин.
Мәктәптә уҡыу шарттарына килгәндә, учреждение насар хәлдә тип әйтеп булмай. Ике ҡатлы бинала яҡты, иркен кабинеттар, ашхана, спорт залы һәм башҡа майҙандар эш алып барыуға яраҡлы. Дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итеп ойоштороу өсөн хатта интерактив таҡта урынлаштырылған.
Туймазы районы хакимиәтендә мәсьәләне хәл итер өсөн ата-әсәләрҙең мәктәпте асыуҙы һорап яҙылған ғаризаһы кәрәк тип белдерҙеләр. Учреждениены бөтөнләй ябыу тураһында һүҙ ҙә юҡ, сөнки беренсе ҡатта балалар баҡсаһы асылыр тип көтөлә.
Ҡасандыр Үрге Троицкое ауылында 1-се класстан 11-се классҡа тиклем уҡыусылар менән гөрләп торған мәктәп эшләгән. Быйыл учреждениела уҡыясаҡ ун балаға үҙ ауылында белем алырлыҡ шарттар булырға тейеш ти ата-әсәләр. Сөнки ауыл киләсәгенең нигеҙе - йәштәрҙә.
Читайте нас: