Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2021, 14:42

"Ошо форумға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ." - Фәнил Бүләков

Май аҙағында яҙыусылар форумы уҙасаҡ. Был хәбәр әлбиттә күңелде һөйөндөрә, әҙәбиәтебеҙ үҫешенә яңы этәргес бирер тип өмөтләндерә. #форумписательХХIвека#форумXXIбыуатяҙыусыһы

Май аҙағында яҙыусылар форумы уҙасаҡ. Был хәбәр әлбиттә күңелде һөйөндөрә, әҙәбиәтебеҙ үҫешенә яңы этәргес бирер тип өмөтләндерә.
Яҙыусылар союзы ағзаһы булыу миңә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Заманында минән тәжрибәле ағай, апайҙар ышанып ошо ҙур берлеккә алғандар икән, мин ҡәләмемә һәр саҡ тоғро булырға тейешмен.
Ижад йыш ҡына эҙләнеүҙәрҙе, яңы үрҙәрҙе яулауҙы талап итә. Егерме йыллыҡ ижад дәүерендә уңыштар ҙа йыйылып киткән икән. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә ике китабым донъя күрҙе. Өсөнсөһөн нәшриәткә тапшырырға ниәтләнәм. Шулай уҡ Шайморатовҡа арналған "Асыҡ дәрес" поэмаһы "Ағиҙел" журналында баҫылды, "Юлдаш" радиоһы эфирында яңғыраны. Шиғри тәржемәләр Рәсәйҙең "Литературная газета"һында баҫылып сыҡты. Ҡазан, Түбәнге Новгород ҡалаларындағы поэзия фестивалендә ҡатнашыу бәхете тейҙе.
"Илһам шишмәләре" конкурсында Гран При, Рәйес Түләк исемендәге премия лауреаты, Силәбе өлкәһенең Сосновка районының Ғәлимов Сәләм премияһы лауреаты, Тамара Ғәниева исемендәге премия лауреаты булыуҙы маҡтаныу өсөн яҙмайым, ә минең ижадыма уҡыусыларҙың, союздың баһаһы тип һанайым. Республикабыҙҙа Яҙыусылар Союзы булыуы, уның ҡайһы бер төбәктәрҙәге кеүек тарҡалмауы, бүлгеләнмәүе яҡшы күренеш. Беҙгә яҙыусыларға берҙәм булып халҡыбыҙ әҙәбиәте өсөн тырышып ижад итергә кәрәк. Ошо форумға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Хөкүмәтебеҙ беҙгә лә йөҙө менән боролор тигән ышаныста көтәбеҙ һине, форум.
Фәнил Бүләков
Читайте нас: