Мәғариф министрлығы 14 майҙы уҡыусылар өсөн өҫтәмә ял көнө тип иғлан итте.
Ведомство республика мәктәптәренә йома, 14 майҙы, 1-8-се, 10-сы класс уҡыусылары өсөн ял көнө итергә тигән тәҡдим индерҙе.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, 9-сы һәм 11-се кластар өсөн дәрестәр теҙмәһенә ярашлы белем биреү процесы ойошторола.
Өҫтәмә ял көнөн мәғариф объекттарын террорға ҡаршы тороу талаптарына тап килеү йәһәтенән комплекслы тикшереү өсөн файҙаланырға кәрәк, тиелә Мәғариф министрлығы документында.