Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2021, 13:43

"Газель" баланы бәргән

12 майҙа иртән Учалыла йөк «Газеле» һәм бала ҡатнашлығында авария теркәлгән. Был хәлдең шаһиты һүҙҙәренсә, водитель юлда баҫып торған малайҙы күрмәгән.

12 майҙа иртән Учалыла йөк «Газеле» һәм бала ҡатнашлығында авария теркәлгән. Был хәлдең шаһиты һүҙҙәренсә, водитель юлда баҫып торған малайҙы күрмәгән.
«Әгәр ул туҡтамаһа (мин сигнал бирҙем), нимә булыр ине, белмәйем», — ти видеорегистраторы авария мәлен төшөрөп алған ролик авторы.
Малай башы менән бәрелгән һәм йөк «Газеле» аҫтында ҡалған. Бәхеткә, водитель машинаны туҡтатып өлгөргән. Бала иҫән.
Читайте нас: