13 майҙа Өфөнөң 22 мәсетендә Ураҙа уңайынан байрам намаҙы уҡыла. Был хаҡта мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә Өфөнөң граждандар йәмғиәте институттары менән үҙ-ара эш итеү идаралығы етәксеһе Артур Ғафаров хәбәр итте.
Быйыл Ураҙа байрамы 13 майҙа билдәләнә, анығыраҡ әйткәндә, ул 13 майға ҡараған төндә ҡояш байығас, яңы айҙың тәүге көнөндә башлана. Был көндә хаҡ мосолмандар изге Рамаҙан айының тамамланыуын билдәләй.
Ғәҙәттәгесә, ҡалала был байрамды ойоштороуға ҙур әһәмиәт бирелә, хәүефһеҙлек сараларына ла айырым иғтибар бүленә.
Әйтәйек, именлек һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау өсөн полиция, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге яуаплы. Мәсеттәр янында юл хәрәкәтен ойоштороуға ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә.
Медицина хеҙмәтләндереүе йәһәтенән ашығыс медицина ярҙамы табиптарының күсмә бригадаһы резервы ойошторола.
«БСТ», «Рәсәй 1» телеканалдарында Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың байрам вәғәзенең тура трансляцияһы күрһәтелә.
Мэрияла билдәләүҙәренсә, эпидемиологик хәлгә бәйле һәр дини ойошма санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе – термометрия уҙғарыуҙы, битлек кейеүҙе һәм социаль дистанцияны һаҡлауҙы тәьмин итергә тейеш.
«Ҡатмарлы эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, ҡала халҡын һаҡлыҡ сараларын үтәргә, социаль дистанцияны һаҡларға һәм мөмкин булғанса был байрамды өйҙә, ғаилә менән үткәрергә саҡырабыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр ҡала властары баш ҡалала йәшәүселәргә.